



















Ауыл дауаханаһы – халыҡ именлеге нигеҙе
Абзан участка дауаханаһының тарихы 1933 йылдан башлана, ул тәүҙә медицина пункты булараҡ асыла. Тәүге фельдшер булып күрше Ырымбур өлкәһе Петровск ауылынан Петренко Панкрат 1937 йылға тиклем эшләй. 1938 йылда район һәм ауыл халҡының һаулығын һаҡлау өлкәһендә һиҙелерлек алға китеш күҙәтелә. 1941 йылда Абзан ауылында табип амбулаторияһы асыла, уның мөдире итеп Башҡорт медицина институтын тамамлаған Райманова Сәлиха тәғәйенләнә. Беҙҙең яҡташыбыҙ, сығышы менән Юлдаш ауылынан булған Башҡорт АССР-ы Юғары Советының беренсе председателе, 1938 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты Рәхим Кирәй улы Ибраһимов инициативаһы буйынса Абзан ауылында 100 койкалыҡ дауахана төҙөү тураһында Мәскәүҙә килешеү төҙөлә һәи планға индерелә.
Хәҙер дауахана нисек йәшәй.
Абзан участка дауаханаһы бер нисә тиҫтә йыл инде халыҡтың сәләмәтлеге һағында тороуын дауам итә. Бында үҙ эшен яратҡан, Гиппократ антына тоғро булған, дарыу менән генә түгел, йылы һүҙ менән дә дауалай алған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Амбулатория ла, стационар ҙа бер үк бинала урынлашҡан. Дауаханала 5 койкаға иҫәпләнгән тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар, 5 койкалыҡ көндөҙгө стационар эшләй. Аҙнаға бер тапҡыр анализдар алыу ойошторолған. Анализдар артабан Иҫәнғолға, унан Кумертау клиник лабораторияһына ебәрелә. Дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр бының бик уңайлы булыуын билдәләй. Абзан дауаханаһы Абзан, Арсен, Тирәкле, Назар, Үтәғол, Иҙәш, Әбүләис, Малиновка, Бужан, Әлебай, Мөхәмәтйән, Этҡол, Юлдыбай, Самаҙы, Муйнаҡ, Аҡбирҙе, Нияҙғол ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Уларҙың һаулығы һағында 3 табип: терапевт, стоматолог, педиатр эшләй. Стационарҙа тәүлек әйләнәһенә 4 медсестра ауырыуҙарға тейешле процедураларҙы эшләй. Улар: Асилахон Мамадалиевна Акбаралиева, Надежда Александровна Тингаева , Зинира Әнүәр ҡыҙы Ҡансурина, Гөлнур Әһли ҡыҙы Уйылданова. Көндөҙгө стационарҙа дауаланыусылар ҙа уларҙың ҡарамағында.
- Шәфҡәт туташтары үҙ эштәренә шул тиклем яуаплы ҡарай. Процедураларҙы үҙ ваҡытында юғары оҫталыҡ менән башҡаралар. Улар йомшаҡ ҡулдары, йылы һүҙҙәре менән дә ауырыуҙарҙы дауалай, - тиҙәр Абзан дауаханаһы шәфҡәт туташтары тураһында дауаханала ятыусылар.
- Дауахана эшләһен инде, - ти, оҙаҡ йылдар юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусы пациент (исемен атамауҙы һораны) - Бер нисә йыл элек, наркология бүлеге ябылғас, дауаханала көндөҙгө стационар ғына ҡалды. Шул осор халыҡ ныҡ этләнде. Анализ бирер өсөн дә 50 саҡрым үтеп, район үҙәк дауаханаһына барырға кәрәк ине. Тәүлектең төрлө ваҡытында ярҙам кәрәкһә, “Тиҙ ярҙам”ды Иҫәнғолдан йә Иҙелбәктән көттөк. Ауылдарҙа халыҡ олоғайҙы, табип ярҙамы һәр кемгә тиерлек кәрәк.
- Тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан дежур шәфҡәт туташтары ярҙам һорап килеүсегә тәүге ярҙамды күрһәтә. Юғары ҡан баҫымы, юғары температура, көнкүреш йәрәхәттәре менән килеүселәрҙе ҡабул итеү, табип менән хәбәрләшеп, “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртыу ҙа уларҙың иңендә, - ти өлкән шәфҡәт туташы Светлана Аллағол ҡыҙы Ҡәйепҡолова. Әйткәндәй, амбулатор дауаланыусыларға процедураларҙы ул эшләй. Шулай уҡ йәрәхәттәрҙе, хирургик йөйҙәрҙе эшкәртеү, бәйләү, сисеү эштәрен дә алып бара. Светлана Аллағол ҡыҙы әйтеүенсә, ауырыуҙар, башлыса, көҙгө-ҡышҡы осорҙа күберәк була. Ул ваҡытта, пландан тыш та ауырыуҙарҙы дауаларға тура килә.
- Әлеге ваҡытта сентябрь айы планы үтәлде лә инде, - ти өлкән шәфҡәт туташы. – План тулһа ла ауырыуҙарҙы ҡабул итәбеҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ, - ти ул.
Дауаханаға күберәк юғары ҡан баҫымы, йөрәк-ҡан системаһы ауырыуҙары, остеохондроз, шәкәр диабеты менән сирләүселәр мөрәжәғәт итә. Миҙгел ауырыуҙары – грипп, ОРВИ, уларҙан өҙлөгөүселәр ҙә дауаланыу курсы үтә. Физкабинет шәфҡәт туташы Фәүзәнә Ғәйнулла ҡыҙы Аҫылбаева ла халыҡ һаулығы һағында оҙаҡ йылдар арымай-талмай хеҙмәт итә.
Врач-терапевт Ильнара Радик ҡыҙы Поспелова дауаханала 10 йыл эшләү осоронда ауырыуҙарға ихтирамлы, иғтибарлы булғаны өсөн ауыл халҡының хөрмәтен һәм ышанысын яулаған. Уның ярҙамсыһы шәфҡәт туташы Ильмира Ғизелхаҡ ҡыҙы Йылҡыбаева Сибай медицина училищеһын тамамлап оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында, унан мәктәптә шәфҡәт туташы булып эшләгән. Хәҙер улар Абзан, Иҙәш, Үтәғол, Әбүләис, Бужан, Арсен ауылдары ингән 7-се участокты хеҙмәләндерә.
- Беҙҙең 7- се участокта 18 йәштән үткән бөтәһе 1355 кеше йәшәй, - ти Ильмира Ғизелхаҡ ҡыҙы. Шуларҙың һәр береһен белеп, үҙ ваҡытында ярҙам күрһәтеп, ваҡытында медицина тикшереүе үтеүен тәьмин итеү ҙә табип менән уның бурысы булып тора. Көн һайын ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, стационарҙа ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау, дауалау барышын күҙәтеү менән бер рәттән Ильнара Радик ҡыҙы күрше ауылдарға ла барып ауырыуҙар ҡабул итә, кәрәк булһа үҙәк район дауаханаһына, йә Кумертау, Өфө ҡалаларына йүнәлтмә бирә. Дауаханаға тағы ла бер табип-терапевт талап ителә. Әле 8 -се участкаға ингән Нияҙғол, Самаҙы, Этҡол, Әлебай, Мөхәмәтйән, Арсен ауылдарындағы 1026 кешенең сәләмәтлелеге буйынса иҫәпте шәфҡәт туташы Гөлнара Ғәйнулла ҡыҙы Тимербулатова алып бара.
- Ауыл фельдшерҙары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Бергәләп “хәүеф төркөмөнә” ингән пациенттарҙы асыҡлайбыҙ, халыҡты диспансеризацияға йәлеп итеү, йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмау маҡсатында профилактик эштәр алып барабыҙ, - ти Гөлнара Ғәйнулла ҡыҙы.
Кескәй пациенттарҙы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Минзифа Юныс ҡыҙы Ишемғолова ҡабул итә. 48 йыл эш стажына эйә табип ҡасандыр хәҙерге балаларҙың уларҙың ата-әсәләрен дә дауалаған. Уның уң ҡулы шәфҡәт туташы Зөлфиә Шәйхислам ҡыҙы Сафарова 1987 йылда Гай медицина училищеһын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар Абзан участка дауаханаһында дежур медсестра булып эшләй. Оптимизация башланғас 12 йыл Себер тарафтарында хеҙмәт итә. Хәҙер яңынан тыуған ауылына ҡайта һәм яратҡан һөнәре буйынса эшен дауам итә. Минзифа Юныс ҡыҙы менән Зөлфиә Шәйхислам ҡыҙы Муйнаҡ, Аҡбирҙе, Самаҙы, Абзан, Ниязғол, Этҡол, Әлебай, Мөхәмәтйән, Малиновка, Әбүләис, Бужан, Иҙәш, Үтәғол ауылдарынан яңы тыуған балаларҙан алып 18 йәшкә тиклемгеләрҙең һаулығы һағында тора.
- Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡарамаҡта 346 бала. Уларға ваҡытында медицина тикшереүе үткәртеү, планға ярашлы прививкалар эшләү, миҙгел ауырыуҙарын иҫкәртеү, хроник сирлеләрҙе дауалау беҙҙең төп бурыс, - ти Минзифа Юныс ҡыҙы. Башҡа яҡтарҙағы ауылдарҙағы кеүек үк табипты балалар һанының әҙәйеүе борсой.
- Беҙҙең участокка ҡараған ауылдарҙа 1 йәшкә тиклемге бөтәһе 8 генә бала иҫәпләнә, - ти ул. Участок ҙур булыуға ҡарамаҫтан табип та, шәфҡәт туташы ла 1 йәшкә тиклемге балаларҙың өйҙәрендә булырға ла өлгөрә.
Врач-стоматолог Рәүф Шәмәрҙән улы Тимербулатов 1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң бына 34 йыл инде теш табибы булып эшләй. Уны “алтын ҡуллы табип” тип юҡҡа ғына атамайҙар. Шәфҡәт туташы булып Гөлфиә Сарбаева апай эшләй. Уның эш стажы 1979 йылдан алып иҫәпләнә. Ниндәй генә үҙгәртеп ҡороуҙар, оптимизациялар булыуға ҡарамаҫтан, улар үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып халыҡ һаулығы һағында тороуын дауам итә.
Уларһыҙ булмай
Дауахана тотҡарлыҡһыҙ эшләһен өсөн, кесе медицина, ярҙамсы персоналдың да эше мөһим. Ауырыуҙарҙы тәрбиәләү, палаталарҙы, дауахананы таҙа тотоу санитаркалар Нәсимә Мәһәҙиева һәм Гөлдәр Мусина иңендә. Улар оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп татыу эшләйҙәр.
Ауырыуҙарҙы 3 тапҡыр тәмле һәм туҡлыҡлы ашатыу Гөлфиә Арсланбаева, Гөлниса Долгова иңендә. Водитель Юрий Долгов дауахана машинаһының төҙөклөгөн тәьмин итә. Аҙна һайын Кумертауға анализдар алып барыу, ауырыуҙарҙы район дауаханаһына алып барыуҙан тыш, ашығыс саҡыртыуҙарға ла һәр саҡ әҙер тора. Дауахананы күп йылдар инде йылылыҡ, һыу, аҙыҡ-түлек менән хужалыҡ эштәре мөдире Иршат Ҡолислам улы Байрамғолов тәьмин итә.
- Минең яуаплылыҡта 3 дауахана, 25 медпункт, - ти Иршат Ҡолислам улы. Ул Абзан дауаханаһы өсөн генә түгел, Иҙелбәк участка дауаханаһы, Арсен табип амбулаторияһы, 25 ауылдағы фельдшерлыҡ пункттары өсөн дә яуаплы.
Уңыштар һәм проблемалар
Оҙаҡ йылдар дауахана эсендә “Госаптека” эшләп килде. Ул ябылғас, халыҡ яңы дарыухана асыуҙы һорап, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне. Халыҡтың үтенесен тыңлап, эшҡыуар Динис Әсҡәт улы Йомалин шәхси дарыухана асты. Әле Абзан ауылы үҙәгендә яңы дарыухана бинаһы төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. “Оҙаҡламай яңы йортҡа күсенәбеҙ”,- тип ҡыуана оҙаҡ йылдар дарыуханала эшләүсе Гөлфиә Муллағәле ҡыҙы Килдейәрова.
Уңыштар менән бергә проблемалар ҙа етерлек. Әле дауаханаға ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса фельдшер талап ителә. Сөнки врачтарҙың эш көнө тамамланғандан һуң, ашығыс ярҙам кәрәк булған осраҡта “Тиҙ ярҙам” Иҙелбәк йә Иҫәнғол ауылдарынан саҡыртыла. Ғүмерҙе минуттар һанағанда 40-50 саҡрымдан ярҙам килгәнен көтөү бик хәүефле.
Ниндәй генә заман афәттәре, оптимизациялар, үҙгәртеп ҡороуҙар булыуға ҡарамаҫтан Абзан дауаханаһы йәшәй, халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Артабан да шулай булыр тип ышанабыҙ.