













Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө — ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки сыуаҡ, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисергәндә, кеше уңыштарын барлап, мул тормош тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәл һәм ул шуның менән бәхетле.
Оло йәштәгеләргә хөрмәт күрһәтеү, ихтирам итеү йөҙөнән Этҡол һәм Абзан ауылы мәҙәниәт йорттарында, Этҡол ауылы “Сәлимә” мәсетендә бөгөн байрам саралары булып үтте. Кемдәр генә юҡ ҡунаҡтар араһында: мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау ветерандары, оҙаҡ йылдар колхозда намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан малсылар, игенселәр, һауынсылар, быҙау ҡараусылар һәм башҡалар. Байрамға килеүселәрҙе ауыл хакимиәте башлығы Нурғәле Хажиғәле улы ҡотлап былай тине: "Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә. Һеҙ - оло быуын кешеләре - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге”.
Сара мул һыйлы табын артында уйын-көлкө менән дауам итте. Барлыҡ килгән ҡунаҡтар сараны ойоштороусыларға тәмле һыйҙарына рәхмәттәрен әйтеп, ил-йорт тыныслығына доғалар уҡып таралыштылар. Сарала ҡатнашҡандарға һәм ололарҙың күңелен йылытҡан мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, иман йорто ағинәйҙәренә ҙур рәхмәт! Ололарҙың һаулығы ныҡ, ғүмерҙәре оҙон, күңелдәре гел көр булһын!