Социаль өлкә
1 Октября , 08:52

 Башҡортостанда цифрлы инфраструктураны үҫтереү дауам итә. «Асыҡ интернет» проекты сиктәрендә 2026 йыл аҙағына тиклем Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында юғары тиҙлектәге интернет үткәреләсәк.
Селтәрҙе киңәйтеү тураһында ҡарар республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса ҡабул ителде.
Иҫке ADSL урынына секундына 300 Мбит тиҙлекле заманса оптика киләсәк. 21 меңгә яҡын кеше, дистанцион уҡыуҙан алып телемедицинаға тиклем, цифрлы сервистарҙан файҙалана ала.
Элемтә өлөшләп сафҡа индерелә – 2022 йылда оптиканы 272, 2024 йылда – тағы ла 24 тораҡ пунктта үткәрҙеләр. Бөгөн төбәктең 3 меңдән ашыу ауыл халҡы киң һыҙатлы интернеттан файҙалана.
2026 йыл аҙағына тиклем оптик интернет ҡайҙа барлыҡҡа киләсәген карточкала ҡарағыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы сайтында: vk.cc/d2fEVS
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:С. Булатова