Бөтә яңылыҡтар

Бәхил бул, Фәнис!

Бөгөн ейәнсуралар махсус операцияла һәләк булған Фәнис Фәнил улы Юламановты һуңғы юлға оҙатты.

Кесе сержант Фәнис Фәнил улы Биштирәк ауылында тыуған, Иҙелбәк мәктәбендә уҡый. Медногорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, Рәсәй Армияһы сафтарына баҫа. Ул 8 декабрҙә  хәрби задание үтәгәндә һәләк була.

Фәнис менән хушлашыу кисә, 15 ғинуар ул йәшәгән Медногорск ҡалаһында уҙҙы. 

Батыр егеттең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фәнис беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр.

Мәрхүмдең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын!

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: