Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелде

Ейәнсуралар 6 мартта үҙ ирке менән махсус операцияла ҡатнашырға теләк белдереп, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған батыр яҡташыбыҙ Рифҡәт Рәшит улы Ибраһимовтың исемен мәңгеләштереү сараһында ҡатнашты.

Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелде
Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелде

Яугиргә үҙе уҡыған 1-се һанлы мәктәптә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов,  Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарының хәрби комиссары Ришат Әминев ҡатнашлығында мемориаль таҡтаташ асылды. 

Зариф Зәкир улы шулай уҡ Рифҡәт Ибраһимовтың ата әсәһенә Генерал Шайморатов орденын да тапшырып үтте. 

Рифҡәт Рәшит улы Ибраһимов Иҫәнғол ауылында тыуып үҫә. 1-се мәктәптә белем ала. Хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, артабанғы тормошон хоҡуҡ, тәртип һаҡлау менән бәйләргә ҡарар итә - Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенә эшкә инә. Полицияла хеҙмәт итеү ваҡытында ул өс тапҡыр Чечен Республикаһына хәрби командировкаға барып өлгөрә. Илебеҙҙә тыныслыҡ бөткәс, Рифҡәт Рәшит улының патриотик рухы үҙенекен итә – ул үҙ теләге менән Шайморатов ғәскәренә яҙыла һәм махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. 

Ҡыйыу райондашыбыҙҙың батырлығы барыһының да хәтерендә ҡаласаҡ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: