+17 °С
Болотло
Башҡортостандан ирекле батальон һуғышсыһы Рәмил Насибуллин яраланыуға ҡарамаҫтан дошмандарға ҡаршы алыш менән етәкселек итеүен дауам иткән. Был хаҡта “Геройҙар ваҡыты” проектында һөйләнеләр, тип яҙа “Башинформ”.
“Башҡорт батальоны”ның социаль селтәрҙә урынлаштырылған видеоролигында һөйләнелеүенсә, лейтенант Насибулин етәкселек иткән миномет батареяһы махсус хәрби операция зонаһында ут аҫтында ҡалған һәм танкыға ҡаршы минаға эләккән.
Командирҙың оҫта эш итеүе һөҙмтәһендә расчетты йәйелдерә һәм дошманға ҡаршы алыша алғандар. Яугирҙәр ярҙам килгәнсе һуғышҡандар.