Бөтә яңылыҡтар

“Алғы һыҙыҡта ла, тылда ла эшләйбеҙ”

Мобилизацияланған яҡташыбыҙ менән видеояҙма күрһәтелде

“Алғы һыҙыҡта ла, тылда ла эшләйбеҙ”
“Алғы һыҙыҡта ла, тылда ла эшләйбеҙ”

Рәсәйҙең Оборона министрлығы үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан яугире ҡатнашлығында видеояҙма менән уртаҡлашты. «Алтай» ҡушаматлы яугир илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә үҙ теләге менән Рәсәй армияһы сафына баҫҡан, тип яҙа “Башинформ”.

Мин ситтә тороп ҡала алманым һәм махсус операцияның бурыстарын үтәгән Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итергә килдем, ти «Алтай». Ул үҙенең тәжрибәһенең Ватанды һаҡлауҙа мотлаҡ кәрәк булырына ышана. Үҙ ваҡытында яҡташыбыҙ инженер-сапер батальонында хеҙмәт иткән, контракт буйынса ла ҡалған. Шуға күрә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә алған белеме, оҫталығы, шулай уҡ хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа туплаған тәжрибәһе башҡорт яугиренә һәм уның иптәштәренә махсус хәрби операцияның бурыстарын һөҙөмтәлерәк башҡарып сығырға мөмкинлек бирергә тейеш.

«Алға барабыҙ. Алғы һыҙыҡта ла, тылда ла эшләйбеҙ. Бөтәһенең дә кәйефе һуғышсан. Еңеү беҙҙең яҡта булыр. Рәсәйгә дан!» — тип йомғаҡланы һүҙен «Алтай».

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: