Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороу тамамланды

Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге батальон хәрби көйләүгә оҙатылды

Башҡортостандың ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороу тамамланды
Башҡортостандың ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороу тамамланды

Бөгөн Өфөлә Совет майҙанында “Башҡортостан” ирекле уҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонын оҙатыу тантанаһы үтте. Уның менән бергә хәрби көйләү урынына уҡсылар полкының матди тәьминәт ротаһы һәм ремонт ротаһы юлланды, тип хәбәр итә “Башинформ”.

“Бөгөн беҙ хәрби көйләүгә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонды һәм ике подразделениены оҙатабыҙ. Шулай итеп, Башҡортостандың ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороуҙы тамамлайбыҙ тиерлек. Уның ике батальоны һәм биш подразделениеһы хәрби көйләү үтә лә инде”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Белешмә

Cоветтар Союзы Геройы Миңлеғəли Хəбибулла улы Ғөбəйҙуллин хəҙерге Миəкə районының Өршəкбаш-Ҡарамалы ауылында 1921 йылдың 8 мартында донъяға килə. Мəктəптə уҡыған йылдарында уҡ əҙəби ижад менəн шөғөллəнə. Шиғырҙар яҙа. 1940 – 1941 йылдарҙа Баҡы ҡалаһындағы нефть техникумында уҡый. 1942 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, хəрби училищеның тиҙлəтелгəн курсын тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ фронтына ебəрелə. 1943 йылдың июленəн ике ҡыҙыл Байраҡ орденлы Суворов пулемет взводы командиры булараҡ һуғышта ҡатнаша. Ике мəртəбə яралана.

1944 йылдың 8 мартында 3-сө Украина фронты 28-се армия 109-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 309-сы гвардия уҡсылар полкының пулемет взводы командиры, гвардия лейтенанты Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин Днепр йылғаһының уң яҡ ярын, Берислав һәм Херсон ҡалаларын азат итеү өсөн һуғыштарҙа Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлай. Был көндө полк Херсон өлкәһенең Дудчаны-Рядовое рубежында һөжүм итә, ләкин операция уңышҡа өлгәшә алмай, сөнки дошман үҙенең ут нөктәләрен ҡурғандарға уңайлы итеп урынлаштырған була. Оборонаны өҙөү өсөн ҡурғандарҙың береһен яуларға кәрәк була. Ошо бурысты, йәғни ут нөктәләрен юҡ итеүҙе Ғөбәйҙуллинға йөкмәтәләр. Приказ алып, ул үҙ взводын дзотты штурмлауға алып бара. Әммә гитлерсылар баш күтәрергә лә ирек бирмәй, көслө ут яуҙыра. Ауыр яраланған гвардия лейтенанты Ғөбәйҙуллин үҙ кәүҙәһе менән дзот амбразураһын ҡаплай. Һөҙөмтәлә уның подразделениеһы яугирҙары үҙ хәрби бурысын үтәй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 июнендәге Указы менән гвардия лейтенанты Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул Дудчаны ауылы ҡурғанында ерләнгән, бында уға һәйкәл ҡуйылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: