Бөтә яңылыҡтар

"Яҡташтарға ҙур рәхмәт!"

Махсус операциялағы яҡташтарыбыҙға тыуған яҡ күстәнәстәре тапшырылды.

"Яҡташтарға ҙур рәхмәт!"
"Яҡташтарға ҙур рәхмәт!"

Үткән аҙнала махсус операциялағы егеттәребеҙ өсөн сираттағы ылауҙы оҙатылғайны. Уны оҙатып барыусы район башлығы Дәмин Юланов һәм район советы секретары Рәмил Мырҙабулатов, водителдәр Ринат Булатасов, Наил Атнағолов һәм Рәфит Янбаев бөгөн  яҡташыбыҙ "Башҡорт" исемле яугиргә тыуған яҡ күстәнәстәрен тапшырҙы. Шулай уҡ башҡа райондаштарыбыҙ ҙа бөгөн үҙҙәренә тәғәйен күстәнәстәрҙе аласаҡ. 

"Башҡорт" бәйләнешкә инеп күстәнәстәр өсөн рәхмәттәрен еткерҙе:
- Бында, тыуған яҡтан алыҫта һеҙҙең ысын күңелдән әҙерләнгән күстәнәстәрегеҙҙе алып, уҡыусыларҙың хаттарын уҡып, иғтибарығыҙҙы тойоу бик мөһим һәм ҡыуаныслы! Ҙур рәхмәт!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: