Бөтә яңылыҡтар

Бөтә ауыл күтәреп алған

...

Бөтә ауыл күтәреп алған
Бөтә ауыл күтәреп алған

Иҙелбәк ауылы халҡы махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнашты. Улар аҡса йыйып парафин һатып алған һәм майшәмдәр яһаған. Гөлниса Бикмөхәмәтова ойошторған был эштәрҙе бөтә ауыл күтәреп алған, “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” коллективында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ярҙам күрһәткән.

Майшәмдәрҙән тыш, һалдаттарға йылы ойоҡбаштар һатып алынған, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерелгән һәм башҡа күстәнәстәр ебәрелгән. Былар барыһы ла райондан алып барылған гуманитар ярҙам менән бергә яугирҙәргә алып барып еткерелгән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары Иҙелбәк ауылы халҡына ебәргән күстәнәстәре өсөн ҙур рәхмәт белдергән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: