Бөтә яңылыҡтар

Билдәле яҙыусы, райондашыбыҙ махсус хәрби операция урынына юлланды

Үтәғолдан Сабит Фазлыев махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иткән. Әлеге ваҡытта ул Ростов ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә.

Билдәле яҙыусы, райондашыбыҙ махсус хәрби операция урынына юлланды
Билдәле яҙыусы, райондашыбыҙ махсус хәрби операция урынына юлланды

Сабит Мағаз улы - республикала билдәлелек яулаған оҫта яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән, һуңынан Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы йөгөн тартҡан. Әҙәбиәт һөйөүселәргә ул "Ҡара этап" тарихи романы һәм күп һанлы хикәйәләре аша таныш.

Һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ, Сабит Мағаз улы! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: