Бөтә яңылыҡтар

Үҙ теләге менән юлланғайны...

Бөгөн Түбәнге Бикбирҙе ауылы халҡы махсус хәрби операцияла башын һалған ауылдашын һуңғы юлға оҙатты.

Үҙ теләге менән юлланғайны...
Үҙ теләге менән юлланғайны...

Илшат Ҡәҙерғолов уҙған йылдың аҙағында контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яғына "200-сө йөк" булып әйләнеп ҡайтты. Бөгөн уны ауылдаштары, туғандары һуңғы юлға оҙатты.

Матәм сараһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары буйынса хәрби комиссариат военкомы Ришат Әминев ҡатнашты.

Яугирҙең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: