Бөтә яңылыҡтар

"Күңел ҡушыуы буйынса башҡарабыҙ"

Бөгөн һәр кем ҡулынан килгәнсә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә тырыша. Кемдең ҡулынан нимә килә, барыһын да тырыштыралар.

"Күңел ҡушыуы буйынса башҡарабыҙ"
"Күңел ҡушыуы буйынса башҡарабыҙ"

Ә инде маскировкалы сеткаларҙың һуғыш зонаһындағы иң мөһим әйберҙәрҙең береһе булыуын аңлап, Иҙәш ауылының иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бергәләшеп, тәүгеһен бөтөрөп, икенсе маскировка селтәрен үрә башланыҡ.

🙏Был изге эште аңлап беҙгә ҡушылған барыһына ла ҙур рәхмәт. Берҙәмлек менән бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин. Беҙ был эште күрһәтмә буйынса түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса башҡарабыҙ.

✨Егеттәребеҙ генә иҫән-һау туған йорттарына әйләнеп ҡайтһындар.
Зифа Ишмырҙина
#махсус_хәрби_операция

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: