Бөтә яңылыҡтар

"Һалдатҡа бүләк" акцияһына ҡушылдылар

"Гөлбаҡса" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре яугирҙәргә байрамға бүләктәр әҙерләгән.

"Һалдатҡа бүләк" акцияһына ҡушылдылар
"Һалдатҡа бүләк" акцияһына ҡушылдылар

Һүрәм ауыл биләмәһенең Күгәрсен ауылындағы "Гөлбаҡса" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре тәүгеләрҙән булып "Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы иғлан иткән "Һалдатҡа бүләк" акцияһына ҡушылды.

Улар яугирҙәр өсөн күстәнәскә сәк-сәк, шоколад, 3 пакет сәй, шырпы, блиндаж шәме, һабын һәм кескәйҙәрҙең хаттарынан торған 35 комплект-бүләк әҙерләгән.

Һалдаттарға бүләктәрҙе биләмә башлығы Азамат Батыршин һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәрзәнә Туҡаева алып килде лә инде.

Улар махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә киләһе гуманитар ярҙам менән бергә оҙатыласаҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: