Бөтә яңылыҡтар

Күстәнәскә тәмле сәк-сәк бешерҙеләр

...

Күстәнәскә тәмле сәк-сәк бешерҙеләр
Күстәнәскә тәмле сәк-сәк бешерҙеләр

Ярғайыш башланғыс мәктәбенең 1 класс уҡыусылары әсәйҙәре лә МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн район иғлан иткән: "Беҙ бергә", "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһына ҡушылып, сираттағы гуманитар ярҙамға үҙ өлөштәрен индерҙеләр. Был хаҡта социаль селтәрҙә Яңыбай ауыл китапханаһы хәбәр итте.

Ҡатын-ҡыҙҙар йөрәк йылыһын биреп, изге теләктәр аша күстәнәскә тәмле сәк-сәк бешерҙеләр. Беҙҙең күстәнәстәребеҙ тейешле урын-еренә барып етһен. Ир- егеттәребеҙ тыуған яҡтың матди һәм рухи ярҙамын тойоп рух ныҡлығын һындырмаһындар. Һуғыш бөтөп, тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар, тип теләй улар.

#Своихнебросаем
#СВОгуманитарпомощь
#Үзебеҙҙекеләрҙеташламайбы

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: