Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов - махсус хәрби операцияла.

Яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта
Яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов махсус хәрби операциялағы яугирҙәр алдында ете концерт менән сығыш яһаған. "Ейәнсура, Әбйәлил, Күгәрсен, Ишембай, Белорет, Хәйбулла, Туймазы, Бәләбәй, Благовар һәм башҡа райондарҙан якташтар менән курешеп аралаша алдым. Уларҙың мине үҙҙәренең рух ныҡлығы, көслө дуҫлығы һәм һәр вакыт ярҙамға әҙер булыуҙары менән һоҡландырҙы. Окоптарҙа, блиндаждарҙа булып, уларҙың йәшәү шарттарын күрҙем, күбеһе менән сәй эсеп якындан аралаша алдым. Дәртле башҡорт йырҙары, ҡурай мондары аша егеттәрҙең кәйефтәрен күтәрергә тырыштым. Яугирҙәр - ысын батырҙар. Мин мотлаҡ тағы ла унда барасаҡмын. Егеттәребеҙҙең Еңеү менэн ҡайтыуҙарына ышанамын", - ти Рәсүл Карабулатов.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: