Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан гуманитар ылау дрон һөжүменә эләккән

Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә гумярҙам ташыған йөк машинаһына пилотһыҙ осҡос аппараты һөжүм иткән.

Башҡортостандан гуманитар ылау дрон һөжүменә эләккән
Башҡортостандан гуманитар ылау дрон һөжүменә эләккән

 Был хәл Донецк янында булған. Һөҙөмтәлә автомобилдең кабинаһы емерелгән. Гуманитар ылауҙы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғүмәров оҙатып барған булған.

«Бергәләшеп фураны сығып алырбыҙ, тип уйлайым. Берәү ҙә зыян күрмәне, имен-һаубыҙ. Машинаға бер аҙ ремонт эшләргә кәрәк буласаҡ. Уның менән Өфөгә ҡайтып етербеҙ тип ышанам», — тип хәбәр итә депутат.

Гуманитар ылауға ярҙамға Рәсәй хәрбиҙәре, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко барған. Ул ғинуарҙа махсус хәрби операцияға юлланғайны. Депутаттың әйтеүенсә, гуманитар ярҙам хәрбиҙәргә икенсе транспортта алып барып еткереләсәк.

Читайте нас: