Бөтә яңылыҡтар

“Мин ситтә ҡала алманым...”

-Әсәйем дә, туғандарым да минең махсус операцияға юлланғанымды белмәй ҙә ҡалды. Алдан борсорға теләмәнем, өндәшмәй генә барып килешеү төҙөп ҡайттым. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда мин ситтә ҡала алманым. Алғы һыҙыҡҡа барып эләккәс, ике тәүлек буйы йоҡом йоҡо булманы – уңлы-һуллы осҡан пуля, снарядтар ҡурҡытты. Әкренләп тауыштарына өйрәнеп китәһең икән, – ти “Һүрәм”.

“Мин ситтә ҡала алманым...”
“Мин ситтә ҡала алманым...”

 

Яҡташыбыҙ былтыр үҙ ирке менән махсус операцияға юлланған

“Һүрәм” Рәсәй хәрби көстәре менән контракт төҙөгәндән һуң Омск һәм Луганск ҡалаларында хәрби әҙерлек үтеп, сентябрь башында һауа-десант ғәскәрҙәренең 56-сы полкының миномёт расчетына эләгә. 10 сентябрҙән башлап алғы һыҙыҡта Запорожье өлкәһендә минометсы булып хеҙмәт итә.

-Әсәйем дә, туғандарым да минең махсус операцияға юлланғанымды белмәй ҙә ҡалды. Алдан борсорға теләмәнем, өндәшмәй генә барып килешеү төҙөп ҡайттым. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда мин ситтә ҡала алманым. Алғы һыҙыҡҡа барып эләккәс, ике тәүлек буйы йоҡом йоҡо булманы – уңлы-һуллы осҡан пуля, снарядтар ҡурҡытты. Әкренләп тауыштарына өйрәнеп китәһең икән, – ти “Һүрәм”.

Әрме сафтарында 2012 йылда хеҙмәт иткән егет бер йылдың дүрт айын Ырымбур өлкәһенең Дуңғыҙ станцияһында, снарядтарҙы утилләштергәндә такелажсы була. Ҡалған һигеҙ ай хеҙмәтен Самарала гранатометсылар ротаһында үтә. Шуға ла махсус операцияға килгәс ҡоралдарҙың төрлөлөгөнән баҙап ҡалмаған егетте минометсы итеп тәғәйенләйҙәр. Әйткәндәй, “Һүрәм” 120-се калибрлы миномет менән эш итә. Был ҡорал менән 5-6 км алыҫлыҡтағы дошман нығытмаһын да юҡ итергә була икән.

Яҡташыбыҙ 19 февралдә дошман уты аҫтында ҡалып яраланған. Ул әле Севастополь ҡалаһында госпиталдә дауалана. Табиптарҙың уның терһәк һөйәгенә ҡаҙалған кассета ярсығын операция ярҙамында алырға тырышыуҙары бушҡа була. Төпкә инеп урынлашҡан тимер ярсығы ғүмерлеккә “Һүрәм” менән ҡаласаҡ.

-Тиҙерәк алғы һыҙыҡҡа йүнәлергә ине, – ине ти яугир. Ул Башҡортостандан һәм Воронеж өлкәһенән бергә хеҙмәт иткән яуҙаштарын һағынып та өлгөргән.

Йәш организм тиҙ шәбәйә, оҙаҡламай яугир тағы ла сафта булыр. Ә әлегә ул шифаханала дауаланыр урынға, ике аҙнағаҡыҫҡа тыуған ауылына ҡайтырға йыйына. Сөнки әсәһен, яҡындарын күрмәгәнгә ярты йыл да булып киткән. “Туғандарымды ғына түгел, хатта бәләкәйҙән атайым менән балыҡ тотҡан Кесе Һүрәмемде лә һағындым!”­ – ти “Һүрәм”.

Әйткәндәй, “Һүрәм” яңыраҡ ҡына “Запорожье өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы менән бүләкләнгән.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: