Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан яугире дошмандың бронетехникаһын ҡулға төшөргән

...

Башҡортостан яугире дошмандың бронетехникаһын ҡулға төшөргән
Башҡортостан яугире дошмандың бронетехникаһын ҡулға төшөргән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Благовар районы яугире дошмандың сит ил хәрби техникаһын ҡулға төшөргән. Был хаҡта телеграм-каналында район хакимиәте башлығы Марат Йосопов һөйләгән, ул отпускыға ҡайтҡан һалдат менән осрашҡан.

“Беҙҙең яҡташ немец үҙйөрөшлө машинаһын нисек ҡулға төшөрөүе тураһында һөйләне. Трофейҙы яугир часына алып килгән. Ул урындан китеү менән ВСУ трофей булған урынға артиллериянан атҡан”, – тип яҙҙы Марат Йосопов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: