Бөтә яңылыҡтар

Бәхил бул, яугир...

Бөгөн Үтәғол ауылында махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Юлай Байым улы Урманбәтовты һуңғы юлға оҙаттылар

Бәхил бул, яугир...
Бәхил бул, яугир...

.

Матәм сараһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов, хәрби комиссар Ришат Әминев, район хакимәте башлығының урынбаҫарҙары, "Бөркөт" хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы вәкилдәре, мәрхүмдең яҡындары, ауылдаштары, дуҫтары ҡатнашты.

Юлай Байым улы Урманбәтовты  Юнай ауылы зыяратында атаһы янына ерләнеләр.

Үҙ теләге менән ил һағына баҫҡан ҡыйыу яугирҙең ауыр тупрағы еңел булһын, яҡындарына сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: