Бөтә яңылыҡтар

Бәхил бул, яугир...

Мәзит ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Марс Исмәғилевты һуңғы юлға оҙаттылар.

Бәхил бул, яугир...
Бәхил бул, яугир...

Яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға уның ҡатыны, туғандары, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, ауылдаштары һәм район халҡы йыйылды. Матәм сараһын Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссар Ришат Әминев алып барҙы.

Рәмил Рамаҙан улы үткән йәй Мәзиттә булып, һоҡланып ҡайтыуын, әммә ҡабаттан ошондай ҡайғылы сарала килергә яҙыуын әйтеп, Исмәғилевтарҙың юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашты. Дәмин Марат улы иһә үҙенең ауылдашы булараҡ Марс ағайҙы яҡшы белеүен, уның егәрле, кешелекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Даян Фәрит улы ла яугирҙе тик ыңғай яҡтан ғына ҡылыҡһырланы.

Марс Хәмзә улы ауылда эш булмау сәбәпле, 2006 йылда күрше Күгәрсен районы Туйымбәт ауылына эшкә китә. Ә 2008 йылда ул ошо уҡ ауылда ғаилә ҡора. Ҡатынының улын үҫтерешергә ярҙам итә.

Яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға Күгәрсен районынан да килгәндәр ине.

- Марс ағай махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар иткәс, миңә килде. Ҡарары ныҡлы ине, – тип һөйләне Мәҡсүт биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәхитов. Ул Марс Хәмзә улы менән әҙерлек үткәнендә лә һәр саҡ бәйләнештә булыуы хаҡында һөйләне. Ышаныслы, тырыш, яҡшы кеше ине, тине һәм ҡатынының, барлыҡ туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Туғандары исеменән Сафа Хәмзә улы һүҙ алды. Ул 10 балалы ғаиләлә татыу булып үҫеүҙәрен, үҙенән 9 йәшкә кесе ҡустыһын үҙе ҡарап үҫтереүе хаҡында күҙ йәштәре аша һөйләне. 

Марс ағайҙың тормош иптәше Манира Минғәле ҡыҙы ла 16 йыл йәшәгән дәүерҙә иренең яҡшы ир булыуы, улына атайҙарса тәрбиә биреүе хаҡында әйтеп, мәрхүмдең туғандарына рәхмәтле булыуын белдерҙе.

Рядовой Марс Хәмзә улы Исмәғилев ауыл зыяратына ерләнде.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: