"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

"Яҡташтарҙы осратыу - оло шатлыҡ"

Махсус хәрби операция урынынан ҡыуаныслы яңылыҡтар алһаҡ, егеттәр менән бергә ҡыуанабыҙ.

"Яҡташтарҙы осратыу - оло шатлыҡ"
"Яҡташтарҙы осратыу - оло шатлыҡ"

Ошо көндәрҙә беҙгә Иҙелбәк ауылы егете, "Гриша" ҡушаматлы яугирҙән фото һәм смс-хәбәр килеп төштө. "Алғы һыҙыҡтан ялға сыҡҡанда таныш йөҙ күреп ҡалдым һәм шунда уҡ был егет Ейәнсураныҡы булырға тейеш, тип уйлап ҡуйҙым. Яңылышмағанмын, яҡташым менән танышыуыма бик шат булдым!" - тип яҙҙы ул. Күгәрсен ауылынан "Худой" булып сыға ул. Егеттәр артабан хәбәрләшеп торорға һүҙ ҡуйыша. Сит ерҙә яҡташың туған кеүек инде ул, бигерәк тә аҙым һайын хәүеф янағанда.
Үҙ теләктәре менән илде һаҡларға барған батырҙарыбыҙға түҙемлек, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: