Бөтә яңылыҡтар

"Үҫәргән" бәхетле мәл кисерә

23 йәшлек Ейәнсура егете үҙ ирке менән махсус операцияла ҡатнаша

"Үҫәргән" бәхетле мәл кисерә
"Үҫәргән" бәхетле мәл кисерә

-Ағайым өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға юлланғас, был хаҡта күп уйландым. Яу яланынан яңылыҡтарҙы тыныс күңел менән ҡарай алманым. Шуға ла үҙ теләгем менән илде һаҡларға юлландым, – ти Сәғит ауылында тыуып үҫкән Илназ Ҡыуатов. Ул 2023 йылдың апрелендә Рәсәй ҡораллы көстәре менән контракт төҙөй һәм бер айлыҡ әҙерлек үткәс, хеҙмәтен Донецк Халыҡ Республикаһында дауам итә.

“Үҫәргән” ҡушаматы менән йөрөгән яугиргә ни бары 23 йәш кенә. Күптән түгел һалдат һурпаһы эскән егеткә махсус хәрби операция шарттарына яраҡлашыу өсөн 10 көн тирәһе етә. Армия сафтарында гранатометсы булып хеҙмәт иткән егет ДНР-ҙа ла тәүҙә гранотометсы булған. Ә хәҙер “Үҫәргән” – разведка отделениеһы командиры. Ул яуҙаштары менән гел алғы һыҙыҡта.

Яңыраҡ уның ялға ҡайтып төшөүе Ғәзинур ағаһының ҡабат юлланған мәленә тура килә. Шул саҡ улар бер сәғәт кенә күрешеп өлгөрә. Әммә бер туған яугирҙәр мөмкинлек сыҡҡан һайын ағаһы менән телефон аша аралашып тора.

Әле “Үҫәргән” бәхетле мәл кисерә – һөйгәне, Өфө ҡыҙы Эмилия менән никахтарын рәсмиләштергән. Йәштәр бындай ваҡытта ҡупшы туй үткәреүҙе урынһыҙ һанай. Йәш ғаиләгә теләйбеҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: