Элекке десантсылар район халҡы, эшҡыуарҙар тарафынан тупланған гуманитар ярҙамды махсус операция зонаһына оҙатып алып барыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Бынан тыш егеттәр үҙҙәре лә яу яланындағы яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнештәләр, аралашып торалар.
Десант туғанлығы үҙҙәре лә йыйылышып һалдаттар өсөн ылау туплап алып бара. Ошо көндәрҙә генә сираттағы ярҙам тейәлгән автомобиль махсус операция зонаһына барып ҡайтты. Был юлы Алмас Ейәнбирҙин, Радмир Әлмөхәмәтов, Илшат Әбделғужин һәм Руслан Барыев Должанск-Дебальцево-Макеевка-Донецк-Мариуполь-Мелитополь-Орлянка маршруттары буйлап егеттәребеҙгә ауыл күстәнәстәре, кәрәк-яраҡтар һәм яугирҙәрҙең махсус заказдарын имен-аман алып барып тапшырған. Әйткәндәй, район хакимиәте, “Я рядом, брат!” ойошмаһы (етәксеһе Ғаяз Ҡолоев) ирекмәндәре, шулай уҡ Резеда Кәримова ойоштороуында йыйылған ярҙамды ла алып барғандар. Аҙаҡҡы пунктта, Ивановка исемле ерҙә хеҙмәт итеүсе егеттәргә тиклем барып етеп, яҡташтар янында ял итеп, мунса инеп ҡабат ҡайтыр юлға сыҡҡандар.
Был эште инде нисәнсе тапҡыр Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелеш ветераны Илшат Әбделғужин ярҙамында тормошҡа ашыралар. Ул ваҡыты менән бүлешмәй, һәр саҡ үҙ автомобилендә ярҙам итергә әҙер. был юлы ла оҙон, хәүефһеҙ булмаған юл үтеп, яугирҙәргә тәғәйен күстәнәстәрҙе алып барған.
Заманында үҙҙәре лә утты-һыуҙы үткән десантсылар бындай ярҙамдың кәрәк һәм урынлы икәнен яҡшы аңлай, шуға ла форсаттары тейгән һайын егеттәргә ярҙам итергә әҙер.
Зәлиә Байғусҡарова.