Бөтә яңылыҡтар

Ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ

Үтәғол ауылы халҡы бер ай эсендә ете маскировка селтәре үреп, уларҙың бишәүһен ауылдаштарына ялға ҡайтҡан егеттәр аша биреп ебәрҙе лә инде.

Ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ
Ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ

13 июндә ауыл китапханаһында ауылдаштарының яуҙашы,  Байыш ауылынан ялға ҡайтҡан яугир менән осрашыу үтте. Яугир маскировка селтәрҙәренең нисек дрондарҙан һаҡлауы, уларҙың ныҡ кәрәклеге тураһында һөйләп, райондаштарҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Бөтәһенә лә ҙур рәхмәтен белдерҙе. Үтәғолдар уның аша ла ауылдаштарына ике селтәр ебәрҙе.

Үтәғолдар был изге эшкә ҡул көстәрен дә, аҡсаларын да йәлләмәй. Ана шулай берҙәм булғанда, еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: