Бөтә яңылыҡтар

Украина прокуратураһы Радий Хәбировҡа һәм Ратмир Мәүлиевҡа ғәйепләү белдерҙе

...

Украина прокуратураһы Радий Хәбировҡа һәм Ратмир Мәүлиевҡа ғәйепләү белдерҙе
Украина прокуратураһы Радий Хәбировҡа һәм Ратмир Мәүлиевҡа ғәйепләү белдерҙе

Украина прокуратураһы Рәсәй ғәскәрҙәренең ихтыяжын матди яҡтан тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүҙәре өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа ситтән тороп ғәйепләү белдерҙе. Уларҙы шулай уҡ Украина сиктәрен үҙгәртеү маҡсатында эш итеүҙе финанслауҙа ғәйепләйҙәр. Был мәғлүмәт илдең генпрокурор офисының телеграм-каналында баҫылған, тип яҙа “Башинформ”.

Радий Хәбиров менән Ратмир Мәүлиев, сәйәси йоғонтоһон һәм административ ресурстарҙы файҙаланып, Рәсәй армияһы өсөн хәрби техника, ҡорамалдар, амунициялар, шәхси һаҡланыу саралары, медицина препараттары, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары һ.б. һатып алыуға бойороҡтар биргән, ә 2023 йылдың көҙөндә Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына йөҙөнсө гумконвой оҙатылған, тип билдәләнә хәбәрҙә. Прокуратура хәбәр итеүенсә, был мәсьәлә буйынса судҡа тиклем тикшереүҙе Украинаның Винница өлкәһендәге хәүефһеҙлек идаралығы үткәрә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: