Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ һәләк булды

Махсус хәрби операцияла Ибрай ауылынан Сөләймәнов Руслан Урал улы һәләк булды

Яҡташыбыҙ һәләк булды
Яҡташыбыҙ һәләк булды

Тағы бер ҡайғылы хәбәр килеп етте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдат, Ейәнсура районы Ибрай ауылы егете Сөләймәнов Руслан Урал улы хәрби  бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк булды.Ул Бөйөк һуғышы ветераны, районда билдәле шәхес, шағир Исхаҡов Зәкәриәнең ейәне, уның Венера исемле ҡыҙының улы. Руслан Урал улы 1980 йылда Учалы районы Науруз ауылында тыуған. 1-се кластан урта мәктәпте тамамлағансы Ибрай урта мәктәбендә уҡый. Мәктәптән һуң Баймаҡ ҡалаһында уҡып, шундуҡ ике һөнәр үҙләштерә: газоэлектросварщик һәм ашнаҡсы.  Яҙмыш уны Свердловск яҡтарына илтә. Ирбит ҡалаһында Руслан 12 йыл йәшәй, ағас эшкәртеү предприятиеһында эшләй. Ҡатыны менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Руслан Урал улы - Чечен Республикаһы территорияһында барған хәрби бәрелештәр ветераны. 2024 йылдың февраль айында, тыныс тормошто яңынан хәрби хеҙмәткә алыштыра:  илде һаҡлар өсөн, контракт төҙөп, ҡулына ҡорал ала. Һалдат менән хушлашыу Свердловск өлкәһе Ирбит ҡалаһында бөгөн, йәғни 1 июль көнө "Рай" хушлашыуҙар залында сәғәт 10-дан 11-гә тиклем үтә.  Тыныс йоҡла, ил батыры!

Земфира Аҡбутина.

Читайте нас: