"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Бәхил бул, яугир

Бөгөн Ейәнсура халҡы махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир - матрос Рәфис Аҙнабаев менән хушлашты.

Бәхил бул, яугир
Бәхил бул, яугир

Матәм митингыһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары хәрби комиссары Ришат Әминев, Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов, мәрхүмдең яҡындары, туғандары, класташтары, Абзан ауылы, район халҡы ҡатнашты.

Рәфис Риф улы ошо йылдың 3 майында үҙ теләге менән махсус хәрби операция урынына юллана. 29 июндә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Бәхил бул, һалдат! Беҙ һине бер ҡасан да онотмабыҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: