Бөтә яңылыҡтар

"Беҙ бергә!"

Иҙәштә Ейәнсура ирекмәндәре ойошторған тәүге хәйриә концерты үтте

Ейәнсура ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы райондаштарға ярҙам итеү йәһәтенән күптән инде бер чатҡа берләшкән. Ил төкөрһә күл була, тигәндәй, бындағы 200-ҙән ашыу кеше яугирҙәрҙең, уларҙың туғандарының үтенестәре буйынса аҡса йыйып, төрлө (махсус ҡоролма булһынмы, кейем-һалыммы йәки дарыуҙармы) кәрәк-яраҡ ебәрә йәки аҡса күсерә килә. Ә күптән түгел ауылдарҙа концерт менән сығыш яһап, йыйылған аҡсаны шулай уҡ ярҙамға йүнәлтергә тип килешелгәйне. Ниәт иткән - моратына еткән, тиҙәр. Хәйриә концерттарҙың тәүгеһе кисә Иҙәш ауылында үтте лә инде.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам маҡсатынан ойошторолған был концертта Иҙәш, Байыш, Сәғит, Ағурҙа, Биштирәк, Иҙелбәк, Иҫәнғол, Малиновка һәм башҡа ауылдарҙан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәрҙәр, һәләтле балалар ҡатнашты. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатып, ҡушылып йырлап ултырҙы.

– Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә беҙҙең рухи һәм матди ярҙам бик мөһим. Шуға ла шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, концертҡа ҡушылырға теләк белдергән һәр әртискә, сығыштарҙы ҡарарға килеп, ярҙамға үҙ өлөшөн индергән тамашасыларға ҙур рәхмәт! – тине сараны ойоштороусыларҙың береһе Ғәли Ғәлимйән улы Күсәрбаев сығышында. Ул был изге эштә берҙәм булырға саҡырҙы.

Концертҡа хаҡ символик рәүештә 100 һумдан ҡуйылды. Теләгәндәр махсус ҡумтаға, мөмкинлегенә ҡарап, күберәк сумма ла төшөрҙө. Мәҫәлән, “Үҙемдең улым шунда йөрөй”, тип яугир әсәһе 1000 һум һалып китте.

Әйткәндәй, концерттан 8 мең һум аҡса йыйылды. Был, бәлки бик ҙур сумма ла түгелдер. Әммә тәүге ҡоймаҡтың төйөнһөҙ булыуы һөйөндөрә. Тағы ла шул: чаттағы ирекмәндәрҙең ҡайһы берҙәре үҙҙәре концерт ҡарай алмаһа ла, “Концертҡа билет” тип ярҙамдан аҡса күсерҙе. Улар ебәргән ярҙам да 8 мең самаһы тупланды.

Был изге башланғыс дауам итә. Иртәгә хәйриә концерты Байыш ауылында үтәсәк. Яҡын-тирә ауылдарҙы тамашаға көтөп ҡалабыҙ!

Концерт алдынан ирекмән Ғаяз Ҡолоевтың шәхси күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Теләгән һәр кем ҡоралдарҙы тотоп күрҙе, фотоға төштө.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: