Бөтә яңылыҡтар

Байыш тамашасыһы әүҙемлеге менән һөйөндөрҙө

Махсус хәрби операциялағы райондаштарға ярҙам йыйыу маҡсатынан ойошторолған хәйриә концертының икенсеһе  Байыш ауылында үтте.

Байыштар әүҙемлеге менән һөйөндөрҙө
Байыштар әүҙемлеге менән һөйөндөрҙө

Байыш, Иҙәш, Иҙелбәк, Сәғит, Ағурҙа, Элмәле, Биштирәк мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙешмәкәрҙәр менән берлектә ҡуйған концерты был кистә лә юғары кимәлдә үтте. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һаны Байыш биләмәһенән, моғайын, иң күбелер. Шуға бында яугирҙәребеҙгә теләктәшлек белдерергә теләүселәр ҙә күп булыуы ғәжәп хәл түгел. Тамаша залына инеү урынында ҡуйылған аҡса өсөн махсус йәшниккә һумдар ҡәҙимге төштө. Шулай уҡ ирекмәндәр чаты ла тыныс ҡына ултырманы концертҡа онлайн-билеттар "һатып алды".

Концертҡа килеүселәргә шулай уҡ ирекмән Ғаяз Ҡолоевтың шәхси күргәҙмәһе менән танышыу мөмкинлеге булды.

Тамашасыларҙың ихласлығы, хәйриә концертына ҙур теләк менән килеүе сығыш яһаусыларға ла дәрт-дарман өҫтәй. Улар гастролдәрен дауам итергә, тимәк районда яугирҙәргә тупланған ярҙамға тағы ла үҙ өлөшөн индерегә теләк белдерҙе. Яҡын арала улар Сәғиттә сығыш яһаясаҡ. Ә 22 июлдә улар Ибрай мәҙәниәт йортона юллана.

Ғәли Күсәрбаев фотолары.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: