Бөтә яңылыҡтар

"Һағыныуҙан илде һаҡлау мөһимерәк"

Махсус хәрби операция башланғандан алып районыбыҙҙан 100-ҙән артыҡ ир-егет үҙ ирке менән ил һағына юлланды. Шулар араһында Үрге Муйнаҡ ауылынан “Башҡорт” ҡушаматлы уҙаман да бар.

"Һағыныуҙан илде һаҡлау мөһимерәк"
"Һағыныуҙан илде һаҡлау мөһимерәк"

Үткән йылдың ноябрь айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәс, бер төркөм доброволецтар менән Луганск Халыҡ Республикаһында бер ай дөйөм әҙерлек үтәләр. Араларынан юғары белеме булған, компьютерҙы яҡшы белгәндәрҙе һайлап, бер бригада туплайҙар. Унда беҙҙең “Башҡорт” менән бергә Өфөнән бер татар егете эләгә, ҡалғандары Бүрәт Республикаһынан була. Уларҙы Донецк ҡалаһына пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары курсына йүнәлтәләр.

Әҙерлек тамамлаған егеттәр алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Шулай “Башҡорт” бер нисә бригадалашы менән аҙналап “ҡоштар” осорорға йөрөй башлай. Үҙҙәренә беркетелгән аппараттар ярҙамында аҙна буйы дошман менән көрәшергә тура килә уларға.

– Махсус хәрби операцияға юлланғанда шундай яуаплы эш башҡарырмын тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Тәүҙә барыһы ла ауыр кеүек тойолғайны, нескәлектәренә тиҙ төшөндөм. Хәҙер БПЛА-ларҙы осороу ғына түгел, йүнәтергә лә өйрәндем, – ти яҡташыбыҙ. Ул хеҙмәте тураһында артығын һөйләмәй, сөнки ярамай. – Ауыл, әлбиттә, һағындыра, әммә илде һаҡлау бурысы алғы урында тора. 16 йәштән ҡырҙа йөрөгәс, өйрәнгәнмен, бында ла түҙермен. Иң мөһиме – тыныслыҡ урынлаштырыу, – ти “Башҡорт”.

Әйткәндәй, егеттәр пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн кәрәкле деталдәрҙе 3D принтерҙа баҫтырып, микросхемаларына тиклем үҙҙәре йүнәтә.

Күп осраҡта буш ҡалған ярым емерек йортта йә окопта йәшәргә тура килеүенә ҡарамаҫтан, йәшәү шарттарына зарланмай Муйнаҡ егете. Әле Бахмут йүнәлешендә булған яугирҙәргә аҙнаһына ике-өс тапҡыр аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ, запас частар килтереп торалар икән.

Яҡташыбыҙ күптән түгел генә махсус операцияла булыуына ҡарамаҫтан, етәкселек тарафынан “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Әле “Башҡорт”то тағы ла бер награда көтә, уныһы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалы.

Яугирҙәр хөкүмәт тәғәйенләгән түләүҙәрҙе ваҡытында алып тора. “Башҡорт” эш хаҡын район үҙәгендә йорт төҙөүгә йүнәлтә. Шулай уҡ ауылдағы тракторына төрлө ҡоролмалар һатып алған. Донъяһын бөтәйтеп, махсус хәрби операциянан ҡайтҡас матур тормош ҡорорға ниәтләй яугир. Киләсәккә булған яҡты хыялдарың тормошҡа ашһын, әсәйең, туғандарың янына имен әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: