Апрелдә оҙатылған гуманитар ылауҙа, һәр ваҡыттағыса, яугирҙәр һораған кәрәк-яраҡ тупланғайны. Шул иҫәптән яугир Алмазға тәғәйен мотоцикл да. Таҙлар егете яраланып госпиталгә эләгеү сәбәпле, техниканы үҙе ҡабул итә алмағайны.
- Госпиталдән сығып, реабилитацияға киткәнсе был мотоциклда йөрөп, техниканың уңайлыҡтарын баһалап өлгөрҙөм. Райондаштарға ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Әйткәндәй, мотоцикл әле лә сафта, яуҙаштарыма хәрби бурыстар үтәүҙә ярҙам итә, – тине үҙе реабилитацияла булған яугир бәйләнешкә сығып.
Эйе, бөгөн заманыбыҙҙың төп геройҙары – алғы һыҙыҡта. Тап улар Рәсәй яҙмышын хәл итә. Ә ошо ауыр саҡта ил, яугирҙәр менән бергә булыу, алғы һыҙыҡтағыларға матди ярҙам күрһәтеү, уларҙы һүҙ менән ҡеүәтләү – бөгөнгө илһөйәрҙәрҙең мөҡәддәс бурысы.
Ә ейәнсуралар был мөҡәддәс бурысты лайыҡлы үтәй. Райондан бығаса ебәрелгән 2? гуманитар ылау менән төрлө йүнәлештә хеҙмәт иткән яугирҙәр көндәлек кәрәк-яраҡ, һаҡланыу һәм бәйләнеш саралары, техника һәм күстәнәстәр генә түгел, иң мөһиме, яҡташтарҙың күңел йылыһын ҡабул итеп алды ла инде. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сираттағы гуманитар ылау тупланыуын хәбәр итте. Октябрҙең икенсе яртыһында юлланасаҡ был ылау ҙа яугирҙәрҙең һорауҙары иҫәпкә алынып тупланасаҡ. Райондаштар битараф ҡалмай, изге эшкә ҡушылһын, еңеү яулауға үҙ өлөшөн индерһен ине.
Ә. Әйүпова.