Тантаналы сара Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығындағы Колонналар залында уҙҙы. Миҙал әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән, йәштәр өсөн өлгө булып торған атайҙарға бирелә.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
– Бөгөн республикабыҙҙың йәнә бер матур йолаһына нигеҙ һалабыҙ – ҡаһарман яугирҙәрҙең аталарына хөрмәт белдерәбеҙ. Билдәле булыуынса, махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү системаһы булдырылды. Улар хаҡында хәстәрлек күреү – республика етәкселегенең мөһим бурысы, – тине Максим Забелин.
БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе 2025 йылдың Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип аталасағын билдәләне.
“Ватан һаҡсыһының атаһы” йәмәғәт миҙалы проектының авторы һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла сығыш яһаны.
– Атай – ул һәр кешенең тормошонда төп ир кеше. Ул ғаиләнең таянысы һәм яҡлаусыһы. Атай кеше нәҫеленең абруйын, намыҫын ҡәҙерләп һаҡлай, сөнки уның дауамы булып тора. Ул уҡытыусы ла, остаз да. Беҙ улдарығыҙҙың батырлығы менән ғорурланабыҙ. Өлгөлө тормошоғоҙ, ныҡлы иңегеҙ, ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Гөлнур Ҡолһарина.
Яугир аталарының һәр береһе айырым китап геройы булырлыҡ. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Октябрь районынан Владимир Серафимовтың улы Максим Серафимов хәрби бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк була, уға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. Владимир Викторович мәрхүм улының яуҙаштары менән бәйләнеште өҙмәй, ҡулынан килгән тиклем ярҙам итергә тырыша: 3D-принтерҙа квадрокоптер һәм дрондар өсөн күпләп деталдәр баҫтыра, яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу һәм оҙатыу эштәрен ойоштора, йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү эшендә ҡатнаша.
Бөрйән районынан Рәфис Бикбулатовтың улы Баййегет тә яуҙа батырҙарса һәләк булған. Атай кеше улының көрәш юлын тылда дауам итә – махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйып ебәреп тора, ғаиләһен маскировка селтәрҙәрен үреүгә йәлеп иткән.
Бүләкләнеүселәр араһында Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан Тәүрат Зәйнуллин да бар ине. Уның улы Альберт Зәйнуллин – Рәсәй Геройы, алтын йондоҙҙо уға Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе тапшырған.
– Силәбе өлкәһе – аҫаба башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан алыҫ йәшәгән милләттәштәрҙе һәр саҡ күҙ уңында тота, шуға күрә Тәүрат ағайҙы ла был тантанаға саҡырыуҙары осраҡлы түгел. Уның улы Альберт әлеге мәлдә махсус хәрби операция биләмәһендә. Атаһына ошондай хөрмәт күрһәткәндәре өсөн ул бик һөйөнә, – тине “Башҡортостан” гәзитенә республиканың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов.
Бүләкләү тантанаһынан һуң Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыу сараһы уҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ватан һаҡсыһының атаһы” йәмәғәт миҙалы быйыл сентябрҙә булдырылды. Тәүге өс атай кеше ошо көндәрҙә Өфөлә уҙған “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумы барышында бүләкләнде.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2024-10-30/f-l-a-arman-yaugir-r-e-atalaryn-b-l-kl-nel-r-3990097