Бөтә яңылыҡтар

Бурыслыларҙың мөлкәтен суд приставтары МХО зонаһына оҙата

Башҡортостанда суд приставтары бурыслыларҙан тартып алынған мөлкәтте махсус хәрби операция зонаһына тапшырҙы

Бурыслыларҙың мөлкәтен суд приставтары МХО зонаһына оҙата
Бурыслыларҙың мөлкәтен суд приставтары МХО зонаһына оҙата

Фронтҡа хәрби хеҙмәткәрҙәргә автомобиль, өс мопед, мотоцикл һәм өс бензобысҡы ебәрелә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йылайыр ауылы кешеһенең автомобилһеҙ ҡалған. Ул иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн суд ҡарары буйынса водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған.

Ике тәгәрмәсле транспортта тиҙ һәм хәүефле йөрөргә яратыусылар менән дә шундай уҡ хәл була. Уларҙы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Асыҡланыуынса, граждандар мототехника менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Һөҙөмтәлә тимер аттар конфискациялана.

Бензобысыҡылар Йылайыр районында законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн тартып алынған.

Суд приставтары хеҙмәтенең Йылайыр район бүлексәһе суд приставтары бурыслыларҙан тартып алынған мөлкәтте Оборона министрлығы вәкиленә тапшырҙы. Бөтә кәрәкле документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң бурыслыларҙың мөлкәте МХО зонаһына оҙатыласаҡ.

Фото: пресс-служба ГУ Федеральной службы судебных приставов по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: