Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Декабрь 2021, 14:45

Ейәнсураның йәш баскетболсылары еңеү менән ҡайтты!

"КЭС-Баскет" мәктәп баскетбол лигаһының Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк уйындары Әбйәлил районында үтте.

Ейәнсураның йәш баскетболсылары еңеү менән ҡайтты!
Ейәнсураның йәш баскетболсылары еңеү менән ҡайтты!

3-4 декабрҙә үткән ярыштарҙа Белорет, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан дүрт ҡыҙҙар һәм биш егеттәр командаһы көс һынашты. Көсөргәнешле финал уйындарында беҙҙең ҡыҙҙар (тренерҙары Сергей Куянов) һәм егеттәр (тренерҙары Фәнис Сөләймәнов) ышаныслы еңеү яуланы! Улар кубок, миҙал, грамоталар менән билдәләнде һәм Баскетбол федерацияһынан спорт формаһы менән бүләкләнде.

Афарин, йәш спортсылар! Тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: