Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ғинуар 2022, 09:25

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Яңы йыл байрамдарының һәр көнөн әүҙем ял менән үткәрергә саҡырабыҙ. Бөгөн, мәҫәлән, бергәләп йыйылып, скандинав таяҡтары менән йөрөп килергә була. Моғайын, һеҙҙең ауылда ла "скандинавтар" барҙыр. Уларҙың сафына ҡушылырға теләгәһәгеҙ, быны тап бөгөн эшләй алаһығыҙ.  Әйткәндәй, Иҫәнғол һәм Яңы Павловка ауылының был спортты үҙ итеүселәре бөгөн, сәғәт 15.00-дә "Дуҫлыҡ" паркына йыйыла. Ситтә ҡалмағыҙ! Тәьҫораттарығыҙ менән бүлешеп, төркөмгә фото-видеоотчет ебәрергә лә онотмағыҙ!  

Хәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт

Хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген онотмайыҡ! Ялдар имен һәм әүҙем үтһен!

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: