Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар 2022, 20:03

"Иң шәп тренер!"

Шулай тиҙәр райондың йәш баскетболсылары үҙҙәренең етәксеһе Фәнис Сөләймәнов тураһында!

"Иң шәп тренер!"
"Иң шәп тренер!"

Фәнис Салауат улы күп йылдар инде коллегалары С. Куянов менән уҡыусыларҙың баскетбол командаһын етәкләй. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре зона һәм республика кимәлендә уңышлы сығыш яһай.

Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Фәнис Сөләймәнов уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн "Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм белем биреү почетлы хеҙмәткәре" знагы менән бүләкләнгәйне. Ул шулай уҡ "Ауыл тренеры" программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды.

Фәнис Салауат улына һәм уның тәрбиәләнеүселәренә спорт өлкәһендә яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: