Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль 2022, 19:15

"Өҫкәлек кубогы" кемдә?

Кемдәр байрамды нисек билдәләй? Ә бына Муйнаҡ ауыл биләмәһе ир-егеттәре был көндө спортзалға йыйыла.

"Өҫкәлек кубогы" кемдә?
"Өҫкәлек кубогы" кемдә?

1989 йылда Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз идаралығы ойошторған "Өҫкәлек кубогы" заманалар, етәкселәр үҙгәреп тороуына ҡарамай, оҙон ғүмерле булып сыға. Матур йолаға әүерелеп, инде 30 йылдан ашыу биләмә күрше ауылдар халҡын спорт ярыштарында осраштыра. Бөгөн дә волейбол ярышына Муйнаҡ, Өмбәт, Ғәббәс ауылдарынан, шулай уҡ Өҫкәлек буйында тыуып үҫеп, бөгөн район үҙәгендә төрлө вазифаларҙа эшләп йөрөгән ир-егеттәр командалары ҡатнашты.

Әйткәндәй, ҡунаҡтар буш ҡул менән ҡайтмаған. Улар был матур йола киләсәктә лә дауам итһен, йәштәр, балалар волейбол уйынынан айырылмаһын тигән теләктә, Муйнаҡ һәм Өмбәт ауылы спортзалдарына волейбол туптары бүләк итте.

Ә уйынға килгәндә, ул бик ҡыҙыҡ һәм сәмле булды. Ул хаҡта инде, шулай уҡ күсмә кубок кемгә эләгеүе тураһында "Ейәнсура таңдары"нда уҡырһығыҙ.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: