Спорт
2 Март 2022, 09:45

Сит ил спортсылары Башҡортостан клубтарын ҡалдыра

Легионерҙар донъялағы хәл-торошҡа республика клубтарынан киткән

Сит ил спортсылары Башҡортостан клубтарын ҡалдыраСит ил спортсылары Башҡортостан клубтарын ҡалдыра
Сит ил спортсылары Башҡортостан клубтарын ҡалдыра

 

“Салауат Юлаев” хоккей клубы һөжүмселәре Джефф Плэтт һәм Маркус Гранлунд команданан киткәндәр, тип хәбәр итә “Башинформ”. Клубтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, спортсылар менән договор ике яҡлы килешеү буйынса ғәмәлдән сығарылған.

Хоккеистар донъялағы килеп тыуған хәл-торошҡа бәйле Рәсәйҙе ҡалдырыуҙары мөмкин.

Канада спортсыһы Джефф Плэтт менән контракт 2020 йылда төҙөлгән ине. Маркус Гранлунд шулай уҡ ике йыл “Салауат Юлаев” өсөн сығыш яһаны.

Шулай уҡ Америка спортсыһы Малкольм Александр Бернард “Уфимец” баскетбол клубынан киткән. Команданың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул бындай ҡарарҙы донъялағы хәл-торошҡа бәйле ҡабул иткән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас