Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Март 2022, 03:16

Афарин!

Ф. Солтанов исемендәге мәктәптән Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе "Ҡышҡы ғаилә уйындары" республика фестиваленең финал ярыштарында ҡатнашты.

Афарин!
Афарин!

4 мартта Өфө ҡалаһында "Ҡышҡы ғаилә уйындары" республика фестиваленең финалы үтте. Баш ҡаланың"Динамо" стадионында был спорт уйындарының муниципаль этабында еңгән 52 команда осрашты. Ейәнсура данын Ф. Солтанов исемендәге мәктәптән Ишмөхәмәтовтар яҡланы. Фестиваль һөҙөмтәһе буйынса, Ишмөхәмәтовтар командаһы - иң яҡшы ун команда иҫәбендә. Афариндар!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: