Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Июль 2022, 14:15

Джефф Монсон Башҡортостанда түләүһеҙ спорт мәктәптәре асырға планлаштыра

Минең тормошом – Рәсәйҙә, тип белдерҙе Джефф Монсон

Джефф Монсон Башҡортостанда түләүһеҙ спорт мәктәптәре асырға планлаштыра
Джефф Монсон Башҡортостанда түләүһеҙ спорт мәктәптәре асырға планлаштыра

ММА-ның легендарь көрәшсеһе Джефф Монсон АҠШ-ҡа ҡайтырға йыйынмауы һәм, Башҡортостанда, аҙаҡ бөтә Рәсәй буйынса түләүһеҙ спорт мәктәптәре асып, Рәсәйҙә үҫешеүен дауам итергә теләүе тураһында һөйләне, тип яҙа “Башинформ”.

“Минең тормошом – Рәсәйҙә, бында ҡатыным, балаларым, мәктәп. Мин бында түләүһеҙ мәктәптәр асырға планлаштырам. Был хәҙер минең эшем, мин хөкүмәт менән эшләйем. Америкала минең өс балам бар, уларҙы һағынам, күргем килә. Минең өсөн мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау мөһим, әммә был мине Америка менән бәйләүсе берҙән-бер нәмә, Минең АҠШ-ҡа ҡайтырға, уларҙың бер өлөшө булырға ниәтем юҡ. Минең пландарым күп, иң мөһиме, күберәк – 100-ләп һәм түләүһеҙ спорт мәктәптәре асырға”, – тип белдергән ул “Известия”ға биргән интервьюла.

Башҡортостанда Джефф Монсон республиканың Спорт көрәше федерацияһының вице-президенты вазифаһын биләй.

Фото:Олег Яровиков / "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: