Спорт
1 Октября 2022, 12:11

Башҡортостан спортсылары паралимпиецтар уйынында ҡатнашасаҡ

Иртәгә Сочи ҡалаһында паралимпиецтарҙың "Мы вместе. Спорт" уйындары башлана. 9 октябргә тиклем дауам итәсәк ярыштарҙа спортсылар 9 төр буйынса көс һынаша. Башҡортостандан...

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан спортсылары паралимпиецтар уйынында ҡатнашасаҡБашҡортостан спортсылары паралимпиецтар уйынында ҡатнашасаҡ
Башҡортостан спортсылары паралимпиецтар уйынында ҡатнашасаҡ

был ярыштарҙа 46 спортсы ҡатнаша. Улар араһында Токиола үткән ошондай ярышта еңеүсе һәм призер булған яҡташтарыбыҙ: йөҙөү буйынса 2 тапҡыр чемпион Богдан Мозговой менән Андрей Николаев, чемпион Илнур Ғарипов, бронза призерҙар Артур Сәйфетдинов менән Аделина Разетдинова; фехтование буйынса бронза призер Никита Нагаев, еңел атлеттар Елена Паутова һәа Анна Кулинич-Сорокина бар.

 

Автор:Альмира Аюпова