Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар , 14:48

Республика самбосылары Ҡазанда Волга буйы федераль округы беренселегендә 9 миҙал яуланы

Башҡортостан самбосылары Ҡазанда уҙған самбо буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә 9 миҙал яуланы.

Республика самбосылары Ҡазанда Волга буйы федераль округы беренселегендә 9 миҙал яуланы
Республика самбосылары Ҡазанда Волга буйы федераль округы беренселегендә 9 миҙал яуланы

Турнирҙа 16 йәшкә тиклемге 500 егет һәм ҡыҙ көс һынашты. Был хаҡта Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.

Ике көндә Башҡортостан спортсылары 2 алтын, 3 көмөш һәм 4 бронза миҙал алды.

Артём Гусев, Риана Солтанова — алтын, Арсен Ильясов, Камилә Ильясова һәм Алеся Шәрипова  көмөш, Кирилл Кириллов, Арина Щукина, Анастасия Белаш һәм Аделина Хәйруллина бронза миҙадарға лайыҡ булды. Хәҙер улар Рәсәй беренселегендә республика намыҫын яҡларға тейеш.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас в