Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль 2023, 10:23

Шәкүров иҫтәлегенә турнир үтте

Кисә Абзан урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштары Альберт Юнир улы Шәкүров иҫтәлегенә волейбол турниры үтте. 

Шәкүров иҫтәлегенә турнир үтте
Шәкүров иҫтәлегенә турнир үтте

Унда Абзан, Арсен, Ибрай һәм Үтәғол мәктәптәре командалары ҡатнашты. Көсөргәнешле уйын һөҙөмтәһендә, абзандар - беренсе, ибрайҙар - икенсе һәм арсендар өсөнсө урын яуланы.

Айырыуса оҫталыҡ күрһәткән волейболсылар ҙа билдәләнде. Абзан мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Илгизәр Йәнсурин, Ибрай мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ислам Мырҙабулатов һәм Арсен мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ибраһим Ноғоманов турнирҙың иң шәп уйынсылары тип табылды.

Мәктәп директоры Сәриә Азат ҡыҙы Булатасова сараны йомғаҡлап, еңеүселәргә кубок һәм миҙалдар тапшырҙы, шулай уҡ ярышты үткәреүгә булышлыҡ иткән Тимур Тимербулатов менән Айҙар Нияҙғоловҡа рәхмәт әйтте.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: