Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Август 2023, 10:57

"Алан" яңы еңеүҙәргә әҙер

«Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашырға ниәтләгән Айгизгә һәм уның «Алан» ҡушаматлы саптарына уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

"Алан" яңы еңеүҙәргә әҙер
"Алан" яңы еңеүҙәргә әҙер

Бихисап ат сабыштарында еңеү яулаған Степной ауылы егете Айгиз Тазетдинов тураһында районда белмәгән кеше һирәктер. Ә бына ошо уңыштарға килтергән, республика кимәлендә райондың данын яҡлаған «Алан» тигән ҡушаматлы арғымаҡ хаҡында нимә беләбеҙ һуң? «Аттың даны – егет ҡулында» тигәндәй, бының тураһында саптар аттың хужаһынан белештек.

Бөгөнгө көндә башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙәге проблемаларҙың береһе – уларҙың аҙ файҙаланылыуы. Башҡа тоҡомдар араһында юғалып барыу сигендә улар. Ошоға бәйле башҡорт тоҡомло аттарҙы мәҙәни, белем биреү сараларына киң йәлеп итеү, ауыл хужалығында, туризм өлкәһендә ҡулланыу мөһим мәсьәлә булып ҡала. Әлбиттә, аттарҙы ҡымыҙ һәм йылҡы  ите сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамай, йылҡысылыҡ менән бер рәттән ат спорты ла үҫешергә тейеш. Был йәһәттән район һабантуйында башҡорт тоҡомло аттар араһында айырым сабыштар, «Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының муниципаль этабы уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.

Был ярыштарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры булған Степной ауылы егете Айгиз Тазетдинов тураһында районда белмәгән кеше һирәктер. Ә бына ошо уңыштарға килтергән, һыбайлы менән бергә республика кимәлендә райондың данын яҡлаған «Алан» тигән ҡушаматлы арғымаҡ хаҡында нимә беләбеҙ һуң? «Аттың даны – егет ҡулында» тигәндәй, бының тураһында саптар аттың хужаһынан белештек.

–Өс йәшлек «Алан»ды беҙ 2021 йылдың башында Учалы районында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермерҙан һатып алғайныҡ. Степнойға алып ҡайтҡас та уҡ уны менгегә өйрәтә башланым. Был еңел бирелмәне – иректе үҙ иткән «Алан»дың холҡо ауыр булғас, шуға күрә уның менән уртаҡ тел таба белеү ҡатмарлы булды. Әлбиттә аттың холҡо хужаһынан тора, нисек өйрәтеүгә лә бәйле. Уны яратып, күберәк иғтибар биреп торғас, бер ай ярым самаһы ваҡыт үткәс, ул менгегә өйрәнде.Шул уҡ йылдың йәйендә «Алан»ды «Терра Башҡортостан» турнирына әҙерләй башланым. Был ул ҡатнашҡан тәүге ярыш булыуына ҡарамаҫтан, уның менән 1-се урын алыуға өлгәштек. Киләһе 2022 йылда «Терра Башҡортостан» турнирының өс этабында ла еңеү яуланыҡ.

Арғымағым һабантуйҙарҙағы сабыштарҙа ла, башҡа ярыштарҙа ла һынатмай. Мәҫәлән быйыл район үҙәгендә һабан байрамы сиктәрендә үткән ат сабыштарында еңдек. Шулай уҡ Әбйәлил районында уҙған инвестиция һабантуйында, Хәйбулла районы һабантуйында уның менән бергә “Ылаҡ” уйынында ҡатнаштыҡ. Аҡъярҙа уҙған “Ҡышҡы уйындар” сиктәрендә ойошторолған ат сабыштарында «Алан» менән былтыр 1-се, ә быйыл 2-се булып финиш һыҙығын үттек. Уҙған йылдың июлендә Баймаҡ районында уҙған 1-се «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашып, башҡорт тоҡомло аттарҙың күргәҙмәһендә «Алан» 1-се урынға лайыҡ булды, – тип һөйләне йәш һыбайлы.

Быйылғы фестивалдә лә ҡатнашырға иҫәп тота Айгиз. Әйтергә кәрәк, икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 11–13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙғарылыуы иғлан ителде. Фестиваль республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Йәнә «Башҡорт аты» фестивалендә һәм «Терра Башҡортостан» турнирында ҡатнашырға ниәтләгән Айгизгә һәм уның «Алан» ҡушаматлы саптарына уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

Фото һәм текст авторы: Раян Атанбаев

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-07-14/alan-ya-y-e-e-rg-er-3343953

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас в