Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2023, 17:05

Яҡташыбыҙ Рәсәй беренселегендә алты тапҡыр чемпион булды

...

Яҡташыбыҙ Рәсәй беренселегендә алты тапҡыр чемпион булды
Яҡташыбыҙ Рәсәй беренселегендә алты тапҡыр чемпион булды

Башҡортостандан Эмиль Сәлимгәрәев терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәренән яфаланғандарҙың йөҙөү буйынса Рәсәй беренселегендә алты алтын миҙал яуланы. Был хаҡта республика адаптив спорт үҙәгенең телеграм-каналына һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итә.

Йөҙөү буйынса ярыштар Раменское ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙең 42 төбәгенән 370-тән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы Эмиль Сәлимгәрәев алты алтын миҙал яуланы һәм ирекле стиль менән 50 метрға, 100 метрға һәм 400 метрға, шулай уҡ баттерфляй менән 100 метрға, арҡаға ятып 100 метрға һәм 200 метрға комплекслы йөҙөүҙә мульти-миҙалсылар араһында беренсе булды.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: