Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль , 13:40

Эштә лә, спортта ла шәптәр!

Кисә Күгәрсен районында Урал аръяғы муниципаль берәмектәренең спартакиадаһы үтте.

Эштә лә, спортта ла шәптәр!
Эштә лә, спортта ла шәптәр!

Унда беҙҙең район хакимиәте командаһы бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов уҡтан атыуҙа еңеү яуланы! Пневматик ҡоралдан атыуҙа уның беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов икенсе урын алды. Белгестәр Әлиә Ваһапова һәм Гүзәл Йылҡыбаева дартс буйынса өсөнсө урын яуланы!

Афарин! Һәр ваҡыт шулай алдынғы булығыҙ, спортты яратығыҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: