Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль , 19:21

"Өҫкәлек кубогы" кемдә?

Бөгөн Үрге Муйнаҡ ауылында инде матур йолаға әүерелгән турнир - Өҫкәлек кубогына волейбол ярышы үтте.

"Өҫкәлек кубогы" кемдә?
"Өҫкәлек кубогы" кемдә?

Көсөргәнешле ярышта Өмбәт ауылы ир-егеттәре еңеү яуланы! Икенсе урынға ғәббәстәр лайыҡ булды. Үрге Муйнаҡ ауылы командаһы өсөнсө урын алды. 

Шулай уҡ ярыштың иң айырылып торған уйынсылары билдәләнде. "Иң яҡшы уйынсы" тип Ғәббәстән Рузил Шәмсетдинов, "Иң яҡшы бәйләүсе" тип Өмбәттән Руслан Абдуллин, "Иң яҡшы һөжүмсе" тип Ислам Ғәлиев (Үрге Муйнаҡ) танылды. 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: