Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль , 08:57

Афған һуғышында һәләк булған Рәсүл Ҡәҙербаев иҫтәлегенә спорт ярыштары үтте

иИбрайҙар күптән изге йолаға әйләнгән спорт байрамын быйыл да ойошторҙо.

Байдәүләт ауыл биләмәһе ауылдарынан йыйылған йәштәр бер нисә спорт төрө буйынса көс һынашты. Волейбол буйынса бөтәһе ете команда көс һынашты. Ибрайҙан иһә хатта 4 команда йыйылған ине.

Шулай итеп, волейбол буйынса ир-егеттәр араһында тәүге ике урынды хужалар бүлеште. Саҙалы командаһы өсөнсө урын яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында ла урындар шулайыраҡ бүленде: Ибрай мәктәбе уҡыусылары - беренсе, саҙалылар икенсе урында.

Автоматты һүтеп йыйыуҙа Айназ Күсәрбаев - беренсе, Илназ Иҙрисов - икенсе һәм Илгиз Дәүләтбәков өсөнсө урын яуланы.

Магазинға патрон тултырыу буйынса етеҙлектә Рәлиф Фәхретдиновҡа етеүсе булманы. Ул - еңеүсе. Илгиз Дәүләтбәков - икенсе, Рифат Күсәрбаев өсөнсө булды. Ә ҡыҙҙар араһында Заһиҙә Иҙрисова - беренсе, Нурания Аминова - икенсе, Азалия Аҙнағолова өсөнсө урын яуланы.

Призлы урын яулаусыларҙы мәктәп директоры Зөфәр Иҙрисов бүләкләне.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: