Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль , 12:48

Атайҙары рухына арнап

Кисә, 23 февралдә, Теләмов Нурмөхәмәт Йәһүҙә улы иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрелде.

Был уйынды Нурмөхәмәт ағайҙың ҡатыны - Шәүрә еңгәй, ҡыҙҙары - Нәркәс, Дилбәр, Ләйлә, Нурсилә ойошторҙо һәм дә бағымсылары ла булды. Судья итеп шахмат уйыны оҫтаһы Рәил ағай Яубасаров саҡырылды. Ул шахматсыларҙың уйындарын ғәҙел баһаланы. Ярыш бик сәмле барҙы. Шулай итеп, урындар ошолай бүленде.

Уҡыусы ҡыҙҙар:

1 урын - Ноғоманова Алина

2 урын - Төрөпҡолова Самира

3 урын - Дәүләтшина Диана

Уҡыусы егеттәр:

1 Урын - Ураҡаев Илдар

2 урын - Төрөпҡолова Арслан

3 урын - Бикбаев Искәндәр

Өлкән ир-егеттәр:

1 урын - Теләмов Салауат

2 урын - Абдуллин Байрас

3 урын - Сәғитов Сәғиҙулла.

Еңеүселәргә миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм дә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сығанаҡ: Юнай ауылы клубы

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: